11 декабрь, Йәкшәмбе

04 октябрь 2010 йыл, 17:57

Наркоконтроль Өфөлә, Мәләүездә һәм Нефтекамала предприятиелар эшен туҡтатты

автор: Ольга Мортазина

Мәләүездең «Водоканал» предприятиеһы ике тәүлеккә туҡтатылды, Нефтекамалағы «Яңауыл базаһы» — бер тәүлеккә, Өфөләге Бәхтиәровтың индивидуаль предприятиеһына һәм «Озонид ЛТД»ға ҡарата ла ошондай уҡ сара күрелде. Ә битум эмульсияһы етештереү буйынса Өфө заводы һәм «Рокс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 100-әр мең һум штраф түләйәсәк.

Уларҙы республика наркоконтроле прекурсорҙар (наркотиктар әҙерләгәндә ҡулланылған матдәләр) әйләнеше буйынса закондарҙы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса яуаплылыҡҡа тарттырҙы: ҡайҙалыр билдәләнгән өлгөләге журналда иҫәп алып барылмай, икенселәрҙә прекурсорҙар менән операцияларҙы теркәүсе яуаплы кешеләр тәғәйенләнмәгән.

— Прекурсорҙарҙы иҫәпкә алыу алып барылмағанда уларҙы урлау һәм юғалтыу өсөн шарттар булдырыла, — тип иҫәпләй Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығының наркотиктарҙың легаль әйләнешенә контроль бүлеге начальнигы полиция полковнигы Марат Хөсәйенов. — Наркотиктарҙың айырым төрҙәрен прекурсорҙарһыҙ әҙерләп булмауын, ә был матдәләрҙең күбеһе сәнәғәттә файҙаланылыуын иҫәпкә алып, беҙ бөгөн уларҙың әйләнешен контролгә алыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ.

темалар: наркотиктар