Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Аҙна аҙағына көндәр йылынасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда аҙнаның икенсе яртыһы йылы буласаҡ. Был турала гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Юрий Ферапонтов хәбәр итте.

— 7 октябргә тиклем һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Төнөн урын-урыны менән 2-7 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә. Көндөҙ термометр бағанаһы 2-7 градус йылы билдәһендә буласаҡ, — тине ул. – Аҙна уртаһына республика буйынса йылы фронт үтәсәк. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Фронт үтеүгә һауа температураһы күтәреләсәк.

Юрий Ферапонтов әйтеүенсә, төнөн ике градус һыуыҡтан өс градус йылыға тиклем буласаҡ. Көндөҙ һауа 12-16 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть