Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

100-ҙән ашыу имам Учалыла квалификацияһын күтәрҙе

Йәмғиәт

Учалы районында имамдарҙың квалификацияһын күтәреү курстарына 100-ҙән ашыу дин әһеле йыйылды. Был БР мосолмандарының Диниә назараты быйыл үткәргән етенсе күсмә белем биреү сараһы. Имамдарҙы уҡытырға БР мосолмандарының Диниә назараты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Әл-Әзһәр Халыҡ-ара Ислам университетынан шәйех Мөхәммәд Хөсәйен килде.  

Республикабыҙҙа ошондай имамдарҙың квалификацияһын күтәреү курстары үткәреү традицияға әүерелде. БР мосолмандарының Диниә назараты Өфөгә уҡырға килә алмаған алыҫ райондар дин әһелдәре өсөн уларҙы былтыр көҙҙән үткәрә башланы. Курстар республиканың Миәкә, Мәсетле, Ҡариҙел һәм башҡа ҡайһы бер райондарында үткәрелде. Райондарҙың дини хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙың бындай формаһы файҙалы ғына түгел, уңайлы ла – уларҙың ваҡыттары ла экономиялана, Өфөгә барып йөрөүгә аҡса ла түкмәйҙәр.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть