3 декабрь, Шәмбе

04 октябрь 2010 йыл, 12:15

Өфөлә "Медицина" күргәҙмәһе асыла

автор: Әлфиә Әһлиуллина

5 октябрҙән 7-һенә тиклем Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында "Медицина" XIX Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе үтәсәк. Уны ойоштороусылар — БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, "БашЭКСПО" Күргәҙмә үҙәге, "Медтехника" дәүләт унитар предприятиеһы.

Һаулыҡ һаҡлау үҙәгендә күргәҙмә саралар араһында Өфө экспозицияһы — Урал-Волга буйында иң ҙурҙарҙың береһе. 1995 йылда ул Рәсәй күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр союзы Билдәһенә лайыҡ булғайны һәм шунан алып йыл һайын үҙенең юғары статусын иҫбатлап килә.  

Былтыр "Медицина" күргәҙмәһе 4500 квадрат метр майҙанды биләне, унда 155 фирма ҡатнашты.

Быйыл Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ҡатнашыуға 120 компания заявка бирҙе, уларҙың күбеһе — медицина ҡорамалдары, приборҙар, инструменттар, материалдар, фармацевтика продукцияһы етештереүселәр. Экспоненттар иҫәбендә — Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург, Һамар, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Пенза, Волгоград, Курск ҡалалары, Рязань өлкәһе, Алтай крайы, шулай уҡ Польша, Һиндостан, Германия, Канада, Франция, Швейцария, Япония, АҠШ, Словения, Финляндия һәм Норвегия вәкилдәре. Күргәҙмәлә Башҡортостан шифаханалары ла ҡатнаша.

"Медицина" ХIХ Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау процесын тиҙләтеүгә, хәҙерге заман медицина учреждениелары эшен, материалдар һәм технологияларҙы практикаға индереүгә, юғары технологиялы медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.