5 декабрь, Дүшәмбе

04 октябрь 2010 йыл, 12:03

“Сәфәр” сираттағы ижади бейеклекте яуларға әҙер

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Туймазынан «Сәфәр» хореографик ансамбле октябрҙең беренсе яртыһында Германияла үтәсәк «Open World» («Асыҡ донъя») халыҡ-ара балалар фестиваленең икенсе этабында ҡатнашасаҡ.

Ансамбль репертуарында башҡорт, рус, татар хореографияһының, шулай уҡ донъя халыҡтары бейеүҙәренең тиҫтәләгән сәхнә образдары бар.

Гастролдәр ваҡытында йәш артистар ижади оҫтаханаларҙа, күргәҙмә экскурсияларҙа булырға, башҡа илдәрҙән килгән йәштәр менән аралашырға ниәтләй.

Белешмә өсөн. Сәфәр» хореографик ансамбле биш йыл элек Туймазы ҡалаһының  «Родина» мәҙәниәт һарайында ойошторолған. Был арала бейеү коллективы бихисап республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһаған.  

Ул «Дуҫлыҡ хороводы» республика балалар халыҡ хореографияһы фестивале, «Бейеү Клондайкы» проекты, «Алтын бал ҡорто» халыҡ-ара балалар ижады фестивале еңеүсеһе.

Ансамблдең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеәхмәт Зарипов 2009 йылда халыҡ ижады үҫешенә индергән өлөшө өсөн федераль хөкүмәттең «Душа России» премияһына лайыҡ булды.