10 декабрь, Шәмбе

04 октябрь 2010 йыл, 9:15

Башҡортостан Президенты республиканың төньяҡ төбәктәрендә булып ҡайтты

автор: Сергей Захаров, Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Шәмбе көнө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрө һәм Мишкә райондарында булып ҡайтты.

Төбәк башлығы муниципаль райондарҙың социаль-иҡтисади хәле менән танышты, ҡайһы бер сәнәғәт һәм социаль объекттарға барҙы.

Бөрөлә Президент ярымфабрикаттар, икмәк-булка һәм ит изделиелары етештереү буйынса «Дудин» шәхси предприятиеһына барҙы. Унда әлеге ваҡытта 300 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 15 мең һум. Компания кредитһыҙ һәм бурыстарһыҙ эшләй. Тупланма бюджетҡа йыл һайын 10 миллион һумға тиклем аҡса түләй. Рөстәм Хәмитов предприятиелағы ассортимент һәм продукция сифаты менән ҡәнәғәт ҡалды.

Мишкә районында Президент «Агротрейд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, балды һауыттарға бүлеп тултырыу цехын ҡараны. Предприятие күптән түгел генә асылған. Яҡын киләсәктә бында 50-60 кеше эшләйәсәк, етештереүсәнлек айына 50 тонна самаһы продукция тәшкил итәсәк. Ул Башҡортостан төбәктәренә генә түгел, шулай уҡ күрше Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә оҙатыласаҡ.  

— Паралимпия спортына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелергә тейеш, — тип белдерҙе республика Президенты Рөстәм Хәмитов Мишкә районында төҙөлөп ятҡан Паралимпия спорты үҙәгенә барғанда. Төбәк башлығы был мөһим социаль объектты төҙөү өсөн уңайлы урын һайланыуын билдәләп үтте.

Мишкә районында Башҡортостан Президенты үҙәк район китапханаһы ҡарамағында ойошторолған Халыҡҡа мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеү үҙәгендә, район кәсепселәренең “Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмәһендә лә булды.

Рөстәм Хәмитов үҙ сәфәре ваҡытында Мишкә районының 80 йыллығына һәм Мишкә ауылының 300 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.

— Мишкә районының тәбиғәте матур һәм һәләтле кешеләргә бай булыуына мин һәр ваҡыт һоҡландым, — тине Президент халыҡҡа мөрәжәғәт итеп.

Ул районда, иң элек, ауыл хужалығының үҫешеүен билдәләне. Ләкин райондың данын арттырған башҡа тармаҡтар ҙа бар. Улар иҫәбендә – умартасылыҡ. Бынан тыш, юлдар төҙөлә, фермерлыҡ һәм бәләкәй бизнес үҫешә.  

— Шул уҡ ваҡытта район бюджеты дотациялы булып тора, — тип үкенес белдерҙе төбәк башлығы. – Ләкин был факторҙың ҡайһы бер объектив сәбәптәре бар. Атап әйткәндә, районда ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтары һәм сәнәғәт производствоһы юҡ.

Хәлде төҙәтеү өсөн районға инвестициялар йәлеп итергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Республика Президенты был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.