9 декабрь, Йома

04 октябрь 2010 йыл, 10:40

Өфөлә күсемһеҙ милеккә хаҡтар кәмегән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында квадрат метрға тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 43,5 мең һум тәшкил итә. Бер аҙнала ул 0,2 процентҡа кәмегән.  

Бер һәм күп бүлмәле фатирҙар 0,3 процентҡа арзанайған. Ике һәм өс бүлмәлеләр — 0,2 процентҡа.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөнгө көндә иң арзан өс бүлмәле фатир бер миллион һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны 45 кавадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 16 миллион һум тора. Был Октябрь проспектындағы биш бүлмәле фатирҙың дөйөм майҙаны — 220 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында тәҡдимдең минималь хаҡы – 500 мең һум: Конституция урамы, 10 квадрат метр. Иң ҡыйбатлыһы – Калинин урамында, 24 квадрат метрлыҡ бүлмә 1300 мең һум менән баһалана.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡиммәт коттедж 20 миллионға тәҡдим ителә. Ул Михайловкала урынлашҡан, майҙаны — 350 квадрат метр.