8 декабрь, Кесе йома

04 октябрь 2010 йыл, 9:58

Рәсәй сәйәсәте мәктәбенән оҫталыҡ дәресе

автор: Сергей Захаров

Өфөнөң Конгресс-холында Рәсәй сәйәсәте мәктәбе менән ойошторолған мастер-класс үтте.

Презентацияла Волга буйы федераль округының йәш эшҡыуарҙары – Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы ағзалары һәм партнерҙары ҡатнашты.  

Башҡортостан Бизнес-тренерҙары һәм консультанттары ассоциацияһы президенты Ғабдулла Хәмитов модератор булып сығыш яһаған мастер-класс сиктәрендә бер нисә тема тикшерелде. Атап әйткәндә, эшҡыуарлыҡҡа бала саҡтан ыңғай ҡараш булдырыу тураһында һүҙ барҙы.

Шулай уҡ инициативалы йәш эшҡыуарҙарҙы эҙләү һәм уларға артабан ярҙам итеү менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

темалар: эшҡыуарлыҡ