Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Ҡала-ара автобустар пассажирҙарынан билет алғанда паспорт талап итәсәктәр

Иҡтисад

5 октябрҙән «Башавтотранс»тың ҡала-ара маршруттары буйынса йөрөүсе бөтә пассажирҙарҙан билет һатып алғанда паспортын йәки башҡа төрлө танытмаһын талап итәсәктәр.

«Башавтотранс»та теге йәки был йүнәлеш буйынса китеүсе һәр кешенең фамилияһын, хатта автобуста ниндәй урында ултырыуын әйтә аласаҡтар. Йөрөү документтарында һатып алыусыларҙың паспорт мәғлүмәттәре индереләсәк графа барлыҡҡа киләсәк. Был программа продуктын дәүләт автопредприятиеһында пассажирҙарҙың йөрөүен тағы ла хәүефһеҙерәк яһау өсөн индерҙеләр.  

Әйткәндәй, «Транспорт хәүефһеҙлеге тураһында» федераль закон кешеләрҙе алыҫ араға сығарыусы бөтә автоташыусыларҙан исемле йөрөү документтары биреүҙе талап итә.  

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы баш инженеры Игорь Ададуров әйтеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы 2012 йылға бөтә ҡала-ара автобустары йөрөтөү ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе үлсәүсе тахометрҙар менән йыһазландырылырға тейеш.  

— «Башавтотранс» был яңылыҡты индереүгә әҙерләнә лә инде, — тип хәбәр итте Игорь Ададуров.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть