3 декабрь, Шәмбе

04 октябрь 2010 йыл, 9:30

Башҡортостандың Мишкә районында Бөрө йылғаһында гидроузел төҙөү буйынса эштәрҙең беренсе этабы тамамланған

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың Мишкә районында Бөрө йылғаһында  гидроузел төҙөлөшө буйынса эштәр алып барыла. Проекттың дөйөм хаҡы – 80 млн. һум. 1930-1950 йылдарҙа был урында һыу һаҡлағыс булып, унда ике электростанция эшләгән. Гидроузелды тергеҙеүгә өҫтәмә ресурстар, шул иҫәптән федераль бюджеттан средстволар талап ителәсәк.

«Мин был эшкә гидроузел төҙөлөшөнә федераль бюджетан субвенциялар, субсидиялар йәлеп итеү өсөн ҡушыласаҡмын», — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2 октябрҙә Мишкә районына визиты барышында.

Бөрө йылғаһында гидроузел төҙөү эргә-тирәләге тораҡ пункттарҙы һыу менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итәсәк. Бынан тыш, бында 400 киловатт ҡеүәттәге бәләкәй ГЭС-ты сафҡа индереү һәм әүҙем ял өсөн инфраструктура булдырыу планлаштырыла. Һыуһаҡлағыстың планлаштырылған күләме — 1,5 млн. кубометр.