6 декабрь, Шишәмбе

04 октябрь 2010 йыл, 9:00

Башҡортостан баш ҡалаһында «Социаль шылтыратыу» акцияһы үтәсәк

автор: Сергей Захаров

Быйыл 12 октябрҙән 21-енә тиклем Өфөлә социаль яҡланмаған халыҡ ҡатламы өсөн «Социаль шылтыратыу» акцияһы үтәсәк.

Был көндәрҙә 16 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем 223-22-11 телефоны аша  граждандарҙың һорауҙарына психологтар, психотерапевтар, юристар, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары белгестәре яуап бирәсәк.

Акция түбәндәге йүнәлештәр буйынса үткәреләсәк:

12 октябрҙә – эшкә һәләтһеҙ граждандарҙы социаль яҡлау;

13 октябрҙә – «социаль хәүеф» төркөмө балалары араһында наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү;

14 октябрҙә – ауырлы ҡатындарҙың һәм әсәләрҙең социаль шарттары;

15 октябрҙә – студенттарға һәм студентар ғаиләләренә социаль ярҙам;

18 октябрҙә – балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеү проблемаһы;

19 октябрҙә – шартлы хөкөм ителгән һәм хөкөм язаһы срогын тултырып ҡайтҡан кешеләрҙе социаль яҡлау һәм реабилитациялау;

20 октябрҙә – балалар һәм үҫмерҙәр араһында криминаль әүҙемлекте иҫкәртеү;

21 октябрҙә – яңғыҙлыҡ, социаль етемлек һәм өлкән йәштәге кешеләр менән ҡаты мөғәмәлә итеү проблемаһы.