8 декабрь, Кесе йома

01 октябрь 2010 йыл, 17:40

4 октябрҙән иң яҡшы студенттарға исемле стипендиялар тапшырыла башлаясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

4 октябрҙә, дүшәмбе көндө, 15 сәғәттә Өфө дәүләт нефть техник университетында юғары уҡыу йортоноң иң яҡшы студенттарына Башҡортостан Республикаһы Президентының исемле стипендияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.    

Юғары статусҡа быйыл 37 кеше лайыҡ булған. Бынан тыш, ошо уҡ көндө Өфө дәүләт нефть техник университетының Ғалимдар советының стипендиялары ла биреләсәк.

7 октябрҙә бындай тантаналар Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт аграр университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, шулай уҡ З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы менән Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында үткәреләсәк. 8 октябрҙә – Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт дәүләт медицина университетында.