Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Алтын көҙ-2010»да Башҡортостанға иген ҡайтарыу тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылған

Иҡтисад

Бөгөн Мәскәүҙә асылған XII «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә  «Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан республикаһына иген ҡайтарыу тураһында килешеүгә өлгәшелгән. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Шамил Вахитов менән БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин компанияның генераль директоры Сергей Левин менән республикаға иген ҡайтарыу перспективаларын тикшерҙе.

Берләштерелгән иген компанияһы быйыл йәй ҡоролоҡтан һуң барлыҡҡа килгән илдең иген етештереүсе һәм иген ҡулланыусы төбәктәре араһындағы иген дисбалансын бөтөрөүҙе үҙенең маҡсаты итеп ҡуя.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иген ташыу тураһында «Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән төҙөлгән килешеү «Алтын көҙ-2010»да ҡул ҡуйылған Башҡортостан өсөн беренсе мөһим документ булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть