10 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2010 йыл, 17:04

33 дәғүәсе кадастр инженеры аттестатын алыуға имтихан тотасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығында кадастр инженерҙарына белдерелгән талаптарға ярашлылыҡты тикшереү өсөн квалификацион имтихандар тапшырыуға дәғүәселәргә рөхсәт биреү буйынса коммиссия ултырышы үтте.  

Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кадастр инженерының квалификация аттестатын алыуға имтихан биреүгә 33 кеше үткән. Өсөһө заявкала ҡайһы бер документтар етмәгәнгә күрә төшөп ҡалған.      

Сарала шулай уҡ квалификация имтиханын тапшырыуға дәғүәселәрҙең өс  төркөмө ойошторолған һәм уларҙың составы раҫланған

темалар: росреестр