3 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2010 йыл, 14:48

«Алтын көҙ-2010»да Башҡортостан стенды эшләй башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәскәүҙә ҙур халыҡ-ара аграр форум – «Алтын көҙ» XII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе асылды.

Рәсәй төбәктәре урын алған 69-сы павильонда Башҡортостан Республикаһы стенды эшләй башланы. Ул һары-йәшел төҫтәрҙә биҙәлгән. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика экспозицияһы бик күренекле.

Бер көн алдан техник персонал стендты ентекле биҙәне. Бик матур килеп сыҡты. Республика ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһы менән сағыу витриналар күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте.

«Алтын көҙ» сиктәрендә Рәсәйҙең бөтәһе 55 төбәге, күп һанлы сит ил компаниялары үҙ ҡаҙаныштарын тәҡдим итә. Күргәҙмәнең эшлекле программаһында 60-лап сара, улар араһында ауылды үҫтереү, малсылыҡ, үҫемлекселек, ауыл хужалығы машиналары эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте буйынса семинарҙар, конференциялар һәм форумдар.

Күргәҙмәлә Рәсәй һәм донъя ауыл хужалығының алдынғы ҡаҙаныштары — машина эшләүселәрҙең яңы эшләнмәләре, үҫемлекселек технологиялары, альтернатив энергетикала инновациялар, хәҙерге селекция ҡаҙаныштары күрһәтеләсәк.