3 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2010 йыл, 13:58

Ауыл хужалығы йәрминкәләре баш ҡаланың 18 майҙанында үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Был ял көндәрендә баш ҡаланың 18 майҙанында көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Өфөгә республиканың 40 районынан ауыл халҡы үҙ продукцияһын килтерәсәк.  

Йәрминкәләрҙә киң ассортиментта ит, һөт, картуф, йәшелсә, бал, он һәм ярма изделиелары, кондитер изделиелары һәм башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тәҡдим ителәсәк.

8 райондан 50-ләп ылау Интернациональ урамы, 139 адресы буйынса “Ауыл хужалығы йәрминкәһе” сауҙа комплексы алдында үҙ продукцияһын ҡала халҡына тәҡдим итәсәк. Серго Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға 100 ылау продукция килтерәсәк. Димдә, ҡаланың үҙәк өлөшөндә йәшәүселәр ҙә ҡышҡылыҡҡа запасһыҙ ҡалмаясаҡ. Элекке “Аврора” кинотеатры, Киров урамындағы Профсоюздар йорто, Спорт һарайы алдындағы майҙандар күптән инде көҙгө байлыҡтар менән әүҙем сауҙа итеү урынына әүерелгән.