Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Өфө күргәҙмә үҙәген 2012 йылға асырға планлаштырыла

Иҡтисад

Өфөлә, Менделеев урамында, сауҙа-күргәҙмә комплексы төҙөлә. Ул Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең һүтелгән бинаһы урынында төҙөлә. Өфө күргәҙмә үҙәген төҙөү барышы һәм уны тамамлау сроктары тураһында инвесторҙар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу ваҡытында һөйләне.

Үҙәк төҙөлөшө финанс көрсөгө менән бәйле туҡтатып торолғайны, әммә хәҙер объектты төҙөү тергеҙелде. Эштәр башланғандан алып төҙөүселәр уға 560 миллион һум аҡса һалды. Әгәр финанслау план режимында башҡарылһа, күргәҙмә комплексы йыл ярымдан асыласаҡ.

Коммерсанттар аҡса һалыуҙарҙы 6 йыл эсендә ҡапларға планлаштыра. Инженерҙар баһалауынса, бөгөнгә эштәрҙең 40 проценты башҡарылған. Республика Президенты объектта әлеге ваҡыттағы эштәр торошо менән ҡыҙыҡһынды һәм төҙөлөш барышын үҙ контроленә алды, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть