Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

2 октябрҙән башлап элекке Сипайлово баҙары урынында йәрминкәләр үтәсәк

Иҡтисад

Быйылғы миҙгелдә беренсе тапҡыр ауыл хужалығы йәрминкәләре Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы ҡатнашлығында 2 октябрҙән алып һәр шәмбелә Жуков урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан элекке Сипайлово баҙары урынында үтәсәк. Бында киң ассортиментта йәшелсәләр, ит, бал, һөт продукцияһы, икмәк-ҡалас изделиелары, хужалыҡ тауарҙары тәҡдим ителәсәк.

Шулай уҡ был көндә Спорт һарайы алдындағы майҙанда ла йәрминкә ойошторола, унда һөнәрселек училищелары һәм лицейҙар уҡыусылары етештергән тауарҙарҙы һәм ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 200 сауҙа нөктәһе урынлаштырыласаҡ.

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 9 октябрҙә Спорт һарайы алдындағы майҙанда үҙенең продукцияһын Саҡмағош һәм Дыуан райондары тәҡдим итәсәк. «Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда традицияға әйләнгән Көйөргәҙе районы ҡатнашлығында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтәсәк.  

«Гагарин» сауҙа-сервис комплексы менән «Фрегат» сауҙа комплексы ла үҙҙәренең майҙандарында йәрминкәләр үткәрергә иҫәп тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть