7 декабрь, Шаршамбы

01 октябрь 2010 йыл, 15:02

«Китап» нәшриәте Ашхабадта халыҡ-ара китап күргәҙмәһе дипломына лайыҡ булды

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы саҡырыуы буйынса «Китап – хеҙмәттәшлеккә һәм прогресҡа юл» V Халыҡ-ара китап күргәҙмәһе-йәрминкәһендә ҡатнашты. «Китап» экспозицияһы Рәсәй берләшкән стенды составына индерелде.

Күргәҙмә-йәрминкә 24 сентябрҙән 26-һына тиклем Ашхабадтың «Sergi Koshgi» күргәҙмә үҙәгендә барҙы. Уны Төркмән дәүләт нәшриәт хеҙмәте менән Төркмәнстан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо.

Быйыл күргәҙмә 160-тан ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Өс көнгә Төркмәнстан баш ҡалаһы донъяның 25 иленән, шул иҫәптән Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Польша, Австрия, Төркиә, Ҡытай, Һиндостан, Иран, Украина, Беларусь һәм башҡа илдәрҙән, бөтә донъяға билдәле бик күп нәшриәт йорттары, полиграфия компаниялары һәм фирмалары, ҙур фәнни-мәғариф үҙәктәре вәкилдәренең осрашыу һәм аралашыу үҙәгенә әйләнде.  

Башҡортостан экспозицияһы бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Унда төрлө китаптар ҡуйылғайны — Башҡортостан буйынса туристик белешмәләрҙән алып легендар башҡорт эпосы «Урал-Батыр»ҙың бүләк вариантына тиклем. Күргәҙмәгә килеүселәрҙә башҡорт телендә мосолман баҫмалары, шул иҫәптән Ҡөрьән, календарҙар, шулай уҡ башҡорт халҡы тарихы һәм этнографияһы буйынса әҙәбиәт ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Башҡортостан «Китап» нәшриәте вәкилдәре күргәҙмә барышында доклад менән сығыш яһаны, нәшриәттең күп яҡлы эшмәкәрлеге, сығарылған әҙәбиәт тураһында һөйләне. Докладтың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе күргәҙмә каталогында өс телдә: төркмән, инглиз һәм рус телдәрендә урынлаштырылды. «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева менән интервью «Ватан» һәм «Несил» үҙәк гәзиттәрендә баҫылды, илдең үҙәк телевидениеһы аша тапшырылды.  

Төркмәнстандың матбуғат министры Гызылгөл Нургельдыева «Китап» нәшриәтенә ҡатнашҡан өсөн рәхмәт белдерҙе һәм киләһе китап күргәҙмәһенә саҡырҙы.  

Күргәҙмә йомғаҡтары буйынса «Китап» нәшриәте Почетлы диплом менән бүләкләнде.