9 декабрь, Йома

01 октябрь 2010 йыл, 11:31

Иртәгә Спорт һарайы алдындағы майҙанда һөнәрселек училищелары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Шәмбе, 2 октябрҙә, Өфөлә башланғыс һәнәри белем биреү учреждениелары продукцияһының күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Спорт һарайы алдындағы майҙанға республиканың 93 һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары уҡыусылары йыйыласаҡ. Күргәҙмәгә йәштәр үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен алып киләсәк. Буласаҡ ашнаҡсылар һәм кондитерҙар өфөлөләргә — кондитер продукцияһын, столярҙар мебель тәҡдим итәсәк. Текстиль һәм металдан етештерелгән изделиелар ҙа буласаҡ. Күп кенә училищелар һәм лицейҙарҙың үҙҙәренең хужалыҡтары бар. Уларҙың продукцияһы — бал, йәшелсә культуралары, иген дә ҡала халҡын ҡыуандырасаҡ.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был сара егерменсе тапҡыр ойошторола һәм Республика көнө менән башланғыс һөнәри белем биреүҙең 70 йыллығына арнала.

Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәгенең ижади коллективтары концерты йәрминкәгә байрам кәйефе бирәсәк. Ә милли башҡорт тирмәләре уның бер биҙәге буласаҡ.

Йәрминкә сәғәт 10-дан 16-ға тиклем эшләйәсәк.