Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

7 октябрҙә Өфөлә БР Төҙөүселәр союзының дөйөм йыйылышы үтә

Йәмғиәт

7 октябрҙә Өфөләге Профсоюздар йортонда БР Төҙөүселәр союзының дөйөм йыйылышы үтәсәк. Унда  үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалар ағзалары — 370-тән ашыу төҙөлөш компаниялары ҡатнашырға ниәтләй.

«Башинформ» агентлығына БР Төҙөүселәр союзынан хәбәр итеүҙәренсә, көн тәртибенә коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡтың йыллыҡ эшмәкәрлеге, ҡайһы бер ойошмаларҙы ағзалыҡтан сығарыу кеүек мәсьәләләр индерелгән. Йыйылышта йәнә норматив документтарға өҫтәмәләр һәм үҙгәртеүҙәр һәм башҡаһы тикшереләсәк.  

Үҙ-үҙен көйләүсе ойошма ағзалары йыйылышы йылына бер тапҡыр үткәрелә һәм БР Төҙөүселәр союзы составына ингән Башҡортостан төҙөүселәре өсөн мөһим ваҡиға иҫәпләнә. Тап ошо дөйөм йыйылыш артабан төҙөлөш ойошмалары эшмәкәрлегеә йоғонто яһаясаҡ принципиаль мәсьәләләр буйынса күмәкләп ҡарар ҡабул итеүгә хоҡуҡлы орган булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть