3 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2010 йыл, 10:35

Башҡортостан урмандарына 38,5 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан урмандарында санитар хәүефһеҙлекте боҙған өсөн БР Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары менән ағымдағы йылда 311 протокол төҙөлгән.

Йәнлектәр төйәкләгән ете урындың юҡ ителеүе асыҡланған. Барыһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән. “Башинформ” агентлығына министрлыҡтың дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүе бүлеге начальнигы Исмәғил Абдуллиндың хәбәр итеүенсә, нигеҙҙә хоҡуҡ боҙоуҙар урман хужалығы эшмәкәрлеге дауамында сүп-сар ҡалдырыу менән бәйле. Тап ошондай сүп-сар урындары зыян килтерә торған организмдар үрсеүенә идеаль мөхит булып тора.

Законһыҙ ағас ҡырҡыуға 448 протокол төҙөлгән. Республиканың урман хужалығына килтерелгән зыян суммаһы 38,5 миллион һум тәшкил итә. Законһыҙ ҡырҡылған ағас — биш мең кубометр самаһы. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда зыян суммаһы 33 процентҡа күберәк булып, 58 миллион һум тәшкил иткән.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, хоҡуҡ һаҡлау органдарына енәйәт эше асыу өсөн 248 протокол тапшырылған. Уларҙа дөйөм зыян суммаһы 37,9 миллион һум менән баһалана.