8 декабрь, Кесе йома

01 октябрь 2010 йыл, 10:13

Декабрҙә өфөлөләр 70-тән ашыу муниципаль электрон хеҙмәт аласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө халҡының электрон төрҙә алған муниципаль хеҙмәттәр иҫәбе декабрҙә 70-тән ашасаҡ. Был турала III БР муниципаль берәмектәр съезында Өфө ҡалаһының хакимиәт башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Дәүләт сәйәсәте векторы яйлап дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә биреүгә күсә, — тине ул. – Бөгөн Өфөлә медицина, социаль сәйәсәт, административ идара итеү именлеге өлкәһендә 100-ҙән ашыу мәғлүмәт системаһы файҙаланыла. Муниципалитеттың мәғлүмәт асыҡлығы туранан-тура урындағы үҙидара асыҡлығына йоғонто яһағанға күрә, был йүнәлештәге эштәрҙе дауам итергә кәрәк. Шул уҡ мәлдә республиканың муниципаль берәмектәрен мәғлүмәтләштереү буйынса маҡсатлы программа әҙерләү зарур. Уны ғәмәлгә ашырыу урындағы үҙидара органдары араһында электрон мәғлүмәт менән алмашыуҙың үҙәкләштерелгән системаһын булдырырға ярҙам итәсәк.