7 декабрь, Шаршамбы

01 октябрь 2010 йыл, 9:49

Башҡортостанда «Социаль кәрзин» акцияһы старт ала

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй аҙыҡ-түлек баҙарында социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтарҙың тотороҡһоҙ үҫеше күҙәтелә. Ошоноң менән бәйле ауыл хужалығы етештереүселәренең тармаҡ берекмәләре, эшкәртеү предприятиелары һәм сауҙа ойошмалары араһында социаль әһәмиәттәге аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу өсөн хеҙмәттәшлек итеүҙең дөйөм принциптары тураһында килешеү төҙөлдө. Был килешеү сиктәрендә Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһы «Социаль кәрзин» акцияһын 1 октябрҙән башларға тәҡдим итте.

Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, социаль көсөргәнешлекте бөтөрөү һәм социаль әһәмиәттәге иң кәрәкле аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу уның төп маҡсаты булып тора. Акцияла ҡатнашыуҙарын  «Пятерочка» (БР буйынса магазиндар иҫәбе — 51), «Полушка»(92), «Матрица»(38), «Байрам»(41), «АИФ»(4), «7 копеек» (Стәрлетамаҡ) (8), «Семерочка» (Стәрлетамаҡ) (40) сауҙа селтәрҙәре раҫланы. Артабан акцияға башҡа сауҙа ойошмаларының ҡушылыуы ла планлаштырыла.

Акцияла ҡатнашырға теләк белдергән сауҙа предприятиелары, РФ Хөкүмәтенең 2010 йылдың 15 июлендәге 530-сы һанлы Ҡарарына ярашлы, халыҡҡа уларҙың һатыуҙа булыуын һәм минималь хаҡтарға гарантия бирә алыуын иҫәпкә алып (10 проценттан артмаған өҫтәмә хаҡ менән),  социаль әһәмиәттәге аҙыҡ-түлек тауарҙары исемлегенән ниндәй тауарҙар күрһәтеүҙе үҙ аллы һайлай. Магазин кәштәләрендә был тауарҙар айырым хаҡ белешмәләре менән күрһәтелә.  

«Социаль кәрзин» акцияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһының дирекцияһынан 8(347)252-88-88 телефоны аша йәки www.bta-rb.ru сайтынан алырға мөмкин.