Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Муниципаль милек менән файҙаланыуҙа күп закон боҙоуҙар асыҡланды

Иҡтисад

Дәүләт һәм муниципаль милеккә идара итеү эшмәкәрлеге һәр ваҡыт контроллек итеүсе органдарҙың иғтибар үҙәгендә булды. Шуға ҡарамаҫтан, асыҡланған закон боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәр исемлеге ярайһы уҡ. Был турала Өфөлә муниципаль кимәлдә ер һәм милек мөнәсәбәттәре проблемалары буйынса үткән түңәрәк өҫтәлдә БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев һөйләне.  

Атап әйткәндә, тикшереүҙәр асыҡлауынса, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында күп осраҡтарҙа муниципаль милек менән файҙаланыуға контроль тейешенсә алып барылмай, ҡайһы берҙә уның менән эш итеүҙәрҙе дәүләт теркәүе үткәрелмәй, муниципаль унитар предприятиелар алған килемдең бер өлөшөн урындағы бюджеттарға күсереүгә тейешле дәрәжәлә контроль яһалмай һәм башҡалар.

— Башҡортостан милкен файҙаланыу һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар сиктәрендә республика милкендә булған ер участкаларына, файҙаланыу хоҡуғын теркәү өсөн, инвентаризация үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде, — тине Илдар Әминев. – Урындағы үҙидара органдарына ла ошондай уҡ саралар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итергә тәҡдим ителде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть