11 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 17:28

Ололар көнө уңайынан Өфөлә байрам саралары үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә Ололар көнөн байрам итеү беренсе октябрь менән генә сикләнмәйәсәк. Был көнгә бағышланған байрамдар ай буйына дауам итергә тейеш. Социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә ололар өсөн октябрь дауамында концерт программалары, шиғриәт кисәләре, экскурсиялар ойоштороласаҡ, мохтаждарға тейешле социаль-көнкүреш, әйберләтә һәм аҙыҡ-түлек ярҙамы күрһәтеләсәк.  

Йома, 1 октябрь, тураһында һөйләгәндә, баш ҡаланың бер нисә майҙанында концерттар ойошторолоуын билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, Октябрь районында байрам программалары "Сәләм" балалар-үҫмерҙәр үҙәгендә, 49-сы дөйөм белем биреү мәктәбендә, район хакимиәтендә, Нуғай ауылының Мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Ошо уҡ көндө «Дуҫлыҡ», «Данко» һәм «Буревестник» үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорто-интернатында «Йәшлегебеҙ йырҙары» концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.

"Башинформ" агентлығына Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, октябрҙә бында йәнә 50-60 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы ҡотларға ниәтләйҙәр.