3 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 17:03

III муниципаль берәмектәр съезының пленар ултырышы

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан муниципаль берәмектәре съезының пленар ултырышы бара. Унда республиканың 895 муниципаль берәмегенең 754-нән вәкилдәр ҡатнаша. Съезға саҡырылған 144 кеше араһында — Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, дәүләт власы органдары, йәмәғәтселек вәкилдәре.

Ултырышта ҡатнашыусылар бынан алдағы съездан һуң үткән ике йыл эсендә башҡарылған эштәргә анализ бирәләр, тәжрибә уртаҡлашалар, йомғаҡ яһайҙар һәм урындағы үҙидараны артабан үҫтереү юлдарын билдәләйҙәр. Съезд президиумында –Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов һәм «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһы Идараһы рәйесе, Иглин районы хакимиәт башлығы Ришат Исхаҡов.

Регламентҡа ярашлы, ҡатнашыусылар съездың көн тәртибен ҡабул итте һәм эшсе органдарын һайланы. Муниципаль берәмектәр бурыстары тураһында һәм уларҙың эшмәкәрлеген баһалап телмәр менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.