3 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 16:29

Өфөләрҙе ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре көтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2 һәм 3 октябрҙә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Улар өсөн ҡалала 18 майҙансыҡ бүленәсәк, Башҡортостандың 40 районынан тауар етештереүселәр унда үҙ продукцияларын килтерергә планлаштыра. Туғыҙ ауыл районы ылау составында ойошҡан рәүештә килергә йыйына.

Йәрминкәләрҙә киң ассортиментта ит, һөт продукттары, картуф, йәшелсәләр, бал, он һәм ярма продукцияһы, кондитер изделиелары һәм башҡа тауарҙар тәҡдим ителәсәк.  

Яҡындағы ял көндәрендә ауыл халҡына Өфөлә бөтәһе меңдән ашыу сауҙа урыны бүленәсәк.