10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 16:06

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы–2010» исемен алды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тағы бер почетлы статус алды — «Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы–2010». Хәйер, был театр быйыл лайыҡ булған беренсе награда ғына түгел. Яҙ театр коллективы 2009 йыл өсөн «Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы предприятиеһы» X Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булғайны инде.

Күптән түгел Мәскәүҙә театрҙың генераль директоры Владимир Рихтерға, «Хәҙерге мәҙәниәтте үҫтереүгә, йәштәрҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән ағартыу һәм гуманитар проекттар үткәреүгә, юғары әхлаҡи ҡиммәттәр нигеҙендә ижтимағи мөхит тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн» тип нигеҙләп, «Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы–2010» Бөтә Рәсәй премияһы лауреаты дипломы тапшырылды. Документҡа Бөтә Рәсәй премияһының яуаплы секретары Юрий Ковеленов һәм Халыҡ-ара изге эштәр фестивале президенты Олег Олейник ҡул ҡуйған.

БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Владимир Рихтер үҙе «Күп милләтле Рәсәйҙең бай рухи, мәҙәни, эстетик мираҫын һаҡлауға индергән өлөшө өсөн» номинацияһында «Виват, Маэстро-2010!» Халыҡ-ара йәмәғәт премияһы лауреаты булды, Халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланды.