3 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 15:28

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес билдәле буласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

14 октябрҙә Өфөлә «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең иң яҡшы белгесе — 2010» III Республика конкурсы үткәрелә. Ул Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөнә тура килтерелә.

«Тармаҡ-ара институт» дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһының ижтимағи бәйләнештәр бүлеге начальнигы Елена Никлеенова һөйләүенсә, был профессиональ ярыштың төп бурыстары иҫәбендә— водителдәрҙе һәм автомобилдәрҙе рейсҡа сығарыусы белгестәрҙең эш сифатын яҡшыртыу. Һуңғы һөҙөмтәлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү шуға бәйләнгән бит.

Конкурста ҡатнашыуға республика ойошмалары тарафынан ебәрелгән йәки конкурста үҙ аллы сығыш яһаусы юл хәрәкәте хеүефһеҙлеге хеҙмәте белгестәре саҡырыла.  

Конкурс шарттары һәм уны үткәреү тәртибе тураһында ентекле мәғлүмәттәрҙе www.bmipk.ru сайтында белергә мөмкин.

темалар: конкурстар