4 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 15:01

Башҡорт дәүләт аграр университеты юбилейын билдәләргә әҙерләнә

автор: Эльмира Сабирова

1930 йылда ауыл хужалығы институты булараҡ ойошторолған Башҡорт дәүләт аграр университеты юбилей тантаналарына әҙерләнә.

Бөгөн был ауыл өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүсе илдең төп юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора. Ул билдәле ғилми мәктәптәргә, юғары квалификациялы уҡытыусы кадрҙарға, заманса технологик һәм мәғлүмәт базаһына эйә. Вуздарҙың йыл һайын үткәрелгән мониторингы һөҙөмтәләре буйынса БДАУ илдең 59 ауыл хужалығы вузы араһында тәүге иң яҡшылар тиҫтәһенә инә. Ул 50,5 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгестәр әҙерләп сығарҙы.

Бөгөн университетта 34 белгеслек, дүрт юғары профессиональ белем бакалавриаты йүнәлеше буйынса студенттар уҡытыла, ғилми эшмәкәрлек алып барыла.  Иң популяр факультеттар араһында – энергетика, ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы, иҡтисад, ауыл хужалығын механизациялау. Юбилей йылында бында өс яңы белгеслек асылды: «һыу ресурстары һәм аквакультура (балыҡсылыҡ)», «биология (һунарсылыҡ буйынса)», «туризм».

Был көндәрҙә факультеттарҙа университеттың 80 йыллығына арналған юбилей саралары үтә. Байрам кульминацияһы булып 15 октябрҙә Йәштәр һарайында үтәсәк тантаналы йыйылыш һәм концерт торасаҡ.

темалар: мәғариф