4 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 12:52

«Башнефть» Рәсәйҙең 500 иң ҙур компанияһы рейтингында

автор: Сергей Захаров

2009 йыл йомғаҡтары буйынса "Система" АФК-һы Рәсәйҙең 500 иң ҙур компанияһы рейтингында номерһыҙ тәүге тиҫтәгә инде.  

Был рейтингты төҙөүселәр фекеренсә, отчеттарын баҫып сығарыуға ҡарамаҫтан, компания рейтингта номерһыҙ ҡатнаша, сөнки ярҙамсы йәмғиәттәренең финанс күрһәткестәре иҫәпкә алынмай.  

"Был күрһәткестәр иҫәпкә алынһа, Владимир Евтушенковтың корпорацияһы етенсе позицияла булыр ине", — тип билдәләнә тикшереүҙә.

Мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 14 позицияға күтәрелеп, 24-се урынды яулаған "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

темалар: рейтингылар