5 декабрь, Дүшәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 12:12

Экологик форум асыласаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

12 октябрҙә Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында Экологик форум асыла. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, Урал буйы экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе идаралығы (Ростехнадзор), БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «Лигас» үҙәге.

Форум сиктәрендә «УралЭкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге — 2010» күргәҙмәһе үтәсәк. Унда Рәсәйҙең ете төбәгенән 50-нән ашыу предприятие ҡатнашасаҡ.

«Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу» ғилми-ғәмәли конференцияһы, шулай уҡ экология тематикаһы буйынса семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк.

Бик күп химия, нефтехимия, нефть табыу, нефть эшкәртеү, руда табыу  предприятиелары урынлашҡан Башҡортостан өсөн сәнәғәт хәүефһеҙлеге проблемаһы айырыуса мөһим.  

Тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү, предприятиеларҙан ағып сыҡҡан бысраҡ һыуҙарҙы, газ ҡалдыҡтарын таҙартыу өлкәһендә тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләр һаулығына зыянды кәметеүсе хәҙерге ҡорамалдар һәм өр-яңы технологиялар индереүҙе һәм файҙаланыуҙы талап итә.  

Форум үҙ эшен 14 октябрҙә тамамлай.  

темалар: экология