6 декабрь, Шишәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 11:03

Муниципаль берәмектәрҙең ΙΙΙ съезы

автор: Марина Шумилова

Өфөлә бөгөн Башҡортостан муниципаль берәмектәренең ΙΙΙ съезы үтә. Унда республика муниципалитеттарынан 700-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Форумға  Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, дәүләт власы органдары, йәмәғәтселек вәкилдәре саҡырылған.

Көндөң тәүге яртыһында съезд сиктәрендә урындағы үҙидараны үҫтереүҙең көнүҙәк проблемалары буйынса түңәрәк өҫтәлдәр үтәсәк.

Төштән һуң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында форумдың пленар ултырышы үткәрелә, унда муниципаль берәмектәр вәкилдәре сығыш яһаясаҡ, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһының эш органдары ойоштороласаҡ.

Муниципаль берәмектәрҙең III съезы республикала урындағы үҙидара үҫешенә йомғаҡ яһаясаҡ, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы Идараһының эшен баһалаясаҡ, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һәм биләмәләрҙең артабанғы үҫеш стратегияһын билдәләйәсәк.  

Белешмә өсөн. «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы 2006 йылдың майында ойошторола. Республикалағы 895 муниципаль берәмек уның ағзалары булып тора. Ассоциацияның төп бурыстары – муниципаль берәмектәр мәнфәғәттәрен яҡлау, уларға методик ярҙам күрһәтеү, урындағы үҙидара органдарының дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү. Ассоциация Уставына ярашлы муниципаль берәмектәр съезы ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. II съезд Өфөлә 2008 йылда үтте.