Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

«Алтын көҙ - 2010»ға Өфөнән тотош ылау юлға сыҡты

Иҡтисад

Йыл һайын үткәрелгән "Алтын көҙ-2010" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Өфөнән Рәсәй баш ҡалаһына ауыл хужалығы продукцияһы тейәлгән 10 машина юлға сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, традицион аграр форум Мәскәүҙә 1 октябрҙән 11-енә тиклем үтәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың 70 агросәнәғәт комплексы предприятиеһы күргәҙмәнең төрлө номинацияларында ҡатнашыу өсөн 477 заявка бирҙе.

«Ауыл хужалығы фәне өлкәһендә инновацион эшкәртәмәләр» конкурсы Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Юғары һөҙөмтәле ауыл хужалығы техникаһы етештереү һәм ресурстарҙы һаҡлаусы прогрессив технологиялар индереү», «Кондитер изделиелары», «Умартасылыҡ продукттары», «Икмәк, икмәк-булка һәм макарон изделиелары» номинацияларында ҡатнашырға теләүселәр һаны артты. Әгәр былтыр «Иң яҡшы ғаилә һөтсөлөк фермаһы» номинацияһында республиканан бер дәғүәсе лә булмаһа, быйыл улар алтау. «Ауыл туризмы» конкурсында ла аграрийҙарыбыҙ лайыҡлы сығыш яһарға тейеш.

«Алтын көҙ – 2010»да төбәктәрҙе презентациялау, халыҡ промыслалары һәм кәсептәре изделиелары күргәҙмә-сауҙаһы, ауыл йорт хужалыҡтары продукцияһын тәмләп ҡарау үткәреләсәк.  

Эшлекле программа сиктәрендә һыйыр малын һәм һарыҡ-кәзәләрҙе үрсетеү өлкәһендә француз генетиктарының тәжрибәһе менән таныштырып, «Франция – Рәсәй: малсылыҡ өлкәһендә сифатлы хеҙмәттәшлек» семинары үтәсәк. Башҡортостан тәжрибәһе миҫалында Рәсәйҙә итле тоҡомдо үрсетеү рентабеллегенә анализ яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть