3 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2010 йыл, 10:13

1 октябрҙә Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Йома, 1 октябрҙә, Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһының бер нисә балалар һәм медицина учреждениеларына йылы бирелгән дә инде. Ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы, ошо уҡ көндө йылытыу миҙгеле Благовещенск ҡалаһында ла старт аласаҡ. Ошо арала Күмертауҙа ла ҡарар сығыуы көтөлә.

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең корпоратив коммуникациялар буйынса департаментынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре йылылыҡ энергияһын ҡулланыусыларға властың муниципаль органдарының тейешле ҡарарҙары сыҡҡандан һуң ебәрә башлай.  Бындай документтар Ағиҙелдә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа һәм Ишембайҙа көсөнә инде. Салауатта йылы әлегә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф объекттарына ғына бирелә.        

Беренсе сиратта балалар баҡсаларындағы, мәктәптәр, дауалау учреждениеларындағы батареяларға йылы килә. Йылы биреү  – ҡатмарлы технологик процесс, ул, ҡағиҙә булараҡ, бер нисә көнгә һуҙыла. Йылылыҡ миҙгелен асыуға «команда» бирелгәс тә, йорттарҙағы батареялар йылынасаҡ, тип уйларға ярамай. Йылылыҡ энергияһы буйынса бурыстары булған предприятиеларға «йылы» гигакалорийҙар ебәреүҙең бурыстар ҡапланғансы башланмауы ла ихтимал.