7 декабрь, Шаршамбы

29 сентябрь 2010 йыл, 17:26

Газ турбиналары буйынса фәнни-техник сессия

автор: Рәсул Хәмиҙуллин

Өфөлә «Ер өҫтө газ турбинаһы ҡоролмаларын етештереү һәм файҙаланыуҙың фәнни-техник проблемалары» 57-се фәнни-техник сессияһы үтте. Уны Рәсәй Фәндәр академияһының газ турбиналары буйынса комиссияһы, Рәсәй газ турбинаһы технологиялары ассоциацияһы һәм «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторҙо. Сессияла газ турбинаһы ҡоролмаларын проектлау, етештереү, монтажлау һәм файҙаланыу проблемалары, энергетиканың был сегментын үҫтереү перспективалары тикшерелде.

Фәнни-техник сессияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Доронин сараның мөһимлеген һәм бик ваҡытлы уҙғарылыуын билдәләне.  

— Был сессияла газ энергетикаһын үҫтереүҙең бөтә йүнәлештәренән вәкилдәр ҡатнашыуы минең өсөн бик ҡыуаныслы. Бында фән дә, сәнәғәт тә, подрядсылар ҙа, файҙаланыусы ойошмалар ҙа бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Рәсәй Фәндәр академияһының газтурбиналары буйынса комиссияһы рәйесе Гурген Ольховский сығыш яһаны.

— Газ турбиналары илебеҙ иҡтисадында ҙур әһәмиәткә эйә була бара, – тине ул. – Улар менән бәйле ҡайһы бер проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, бәләкәйерәк ҡеүәтле турбиналар менән ватан сәнәғәте заказсыларҙы етерлек күләмдә тәьмин итә, ләкин ҡеүәтлерәк турбиналар менән хәл ҡатмарлыраҡ. Шул арҡала энергетиктарға уларҙы сит ил етештереүселәренән һатып алырға тура килә. Шуға күрә газ турбиналары етештереү һәм ҡулланыуҙы үҫтереү мәсьәләһе илебеҙ өсөн ҙур песпективаға эйә.