5 декабрь, Дүшәмбе

29 сентябрь 2010 йыл, 16:53

БР Мәҙәниәт министрлығы: Закон күҙлегенән ҡарағанда Ленинға һәйкәл тергеҙелергә тейеш

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Владимир Ленин фигураһы, бетондан булһа ла, тағы ла ҡыҙыу бәхәстәргә сәбәпсе булды. Был юлы Санкт-Петербургтағы табыш өфөлөләр араһында киң резонанс тыуҙырҙы. Күптән түгел унда 20 йыл элек эшләнгән, Өфөнөң үҙәгендә, Ленин менән Коммунистик урамдары киҫелешендәге Ильич скверында ҡуйылырға тейешле юлбашсының бетон скульптураһы табылды.  

Монолит блоктан юнып эшләнгән скульптура юлбашсының скверҙа 40 йылдан ашыу торған һәм был арала емерелә башлаған гипстан эшләнгән фигураһын алмаштырырға тейеш булған. Был эш өсөн түләнмәгәнгә күрә, һәйкәл һаман да Санкт-Петербургта, уны эшләүселәрҙә ҡалған.

Табыш тураһындағы хәбәр халыҡ активистарын ике лагерға бүлде: берәүҙәре уны ҡайтарыу яҡлы, ә икенселәре быға ҡырҡа ҡаршы сығыш яһай.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығында килеп сыҡҡан хәлдәргә ошондай аңлатма бирҙеләр:

— Ильич скверындағы архитектура комплексында үрҙә телгә алынған Ленин һәйкәле лә ансамблдә күрһәтелгән һәм ул Мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрына ингән. Шулай булғас, закон күҙлегенән ҡарағанда, комплекс һәр яҡлап дәүләт тарафынан һаҡланырға тейеш.  Шул иҫәптән уның бөтөнлөгөн тергеҙеү ҙә дәүләт бурысы. Ошонан сығып, тимәк, Ленинға һәйкәл кире ҡайтарылырға тейеш булып сыға, — ти БР Мәҙәниәт министрлығының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса бүлек начальнигы Шәрифулла Шәрипов.

Әммә, Мәҙәниәт министрлығы вәкиленең фекеренсә, сәйәси күҙлектән был ябай мәсьәлә түгел.  

— Минең уйымса, был мәсьәлә һуңынан хәл ителәсәк, әммә министрлыҡ кимәлендә түгел, ә юғарыраҡ, — тине Шәрифулла Фән улы.

темалар: һәйкәлдәр