6 декабрь, Шишәмбе

29 сентябрь 2010 йыл, 15:34

Йәштәр баҫмалары яҙмышы – йәштәр ҡулында

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республиканың йәш журналистары менән осрашыуында йәштәр аудиторияһына йүнәлтелгән гәзиттәр һәм журналдар яҙмышы тураһында мәсьәлә күтәрелде. Бындай баҫмалар хеҙмәткәрҙәрен уларҙың эше иртәгә ни тиклем талап ителәсәге борсой. Интернет килеү менән баҫма киң мәғлүмәт сараларының популярлығы һиҙелерлек кәмеүе бер кемгә лә сер түгел бит. Өҫтәүенә, хәҙерге йәштәрҙә уҡыуға ҡыҙыҡһыныу ҙа бик юғары түгел.  

— Бында йәштәр баҫмаларының яҙмышы – йәштәрҙең үҙҙәренең ҡулында, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр ине, — тип хәлде аңлатты Рөстәм Хәмитов. – Беҙ барыбыҙ ҙа конкуренция мөхитендә йәшәйбеҙ. Һәм унда бирешмәҫкә өйрәнергә кәрәк. Баҫма киң мәғлүмәт саралары өсөн был, актуаль булырға һәм үҙҙәре күҙ тотҡан аудитория мәнфәғәттәренә яуап бирергә кәрәк, тигәнде аңлата. Әгәр иртәгә республикала яңы ҡыҙыҡлы йәштәр баҫмаһы барлыҡҡа килһә, уға беренсе булып мин яҙыласаҡмын. Ләкин бындай баҫманы эшкәртеү һәм булдырыу буйынса эш – был тап йәш журналистарҙың үҙҙәренең бурысы.