Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов журналистарҙы аналитикаға саҡырҙы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов журналистарҙы сенсациялар артынан ҡыумаҫҡа, иғтибарҙы күберәк бөгөн йәмғиәтте борсоған темалар буйынса аналитик материалдар яҙыуға йүнәлтергә саҡырҙы.

— Көнүҙәк социаль мәсьәләләрҙе күтәрә, анализлай белеү, оҫта яҡтыртыу кеүек журналист маһирлығы һәр ваҡытта ла юғары баһаланды,  — тине төбәк башлығы бөгөн Конгресс-холда йәш журналистар менән осрашыу барышында. – Күп баҫмалар тап ошо яҡшы аналитика өсөн үҙ ваҡытында халыҡ араһында юғары репутация һәм ышаныс яуланы.

Бөгөн иһә, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, киң мәғлүмәт сараларының күпселеге сенсация артынан ҡыуа. Уларҙы, рок-йондоҙ төшкөлөккә нимә ашай, чиновниктарҙың ойоҡбашы ниндәй төҫтә, президент кабинетында запас сығыу урыны бармы, тигән һорауҙар ҡыҙыҡһындыра.

— Быларҙың барыһы ла икенсе дәрәжәләге мәсьәләләр икәнен аңларға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был ысын журналистика түгел һәм бер сенсацияларға ғына айырып иғтибар бирергә кәрәкмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть