8 декабрь, Кесе йома

29 сентябрь 2010 йыл, 14:16

Рөстәм Хәмитовҡа 200 резюме килде

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың махсус почта йәшнигенә 200-ҙән ашыу резюме килде. Был турала төбәк башлығы бөгөн Конгресс-холда йәш журналистар менән осрашыу ваҡытында хәбәр итте.

— Әлегә мин уларға күҙ һалырға өлгөрәм, — тип тураһын әйтте Рөстәм Хәмитов. – Ләкин резюмелар һаны меңдән ашып китһә, өлгөрөрмөн микән, белмәйем.  

Президентҡа резюмеларҙың күбеһе йәштәрҙән килә. Был, Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, беренсенән, йәштәрҙең эшкә бик мохтаж булыуы, икенсенән, уларҙың эшләргә һәм үҙҙәрен күрһәтергә теләүе тураһында һөйләй. Һәм был шатландыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Президенты Хакимиәтенә эшкә килергә теләүселәрҙән резюме ҡабул итеү буйынса махсус почта йәшниген Рөстәм Хәмитов 27 сентябрҙә асҡайны. Бындай ҡарарҙы ул республика халҡы «Тере журнал»да Рөстәм Хәмитов блогына үҙ резюмеларын күпләп ебәрә башлағандан һуң ҡабул итте. Резюмелар resume@presidentrb.ru адресы буйынса ҡабул ителә.