9 декабрь, Йома

29 сентябрь 2010 йыл, 13:49

Башҡортостан халҡына киҙеүҙән вакцинация башлана

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан федераль бюджет средстволары иҫәбенә «Гриппол» вакцинаһын һатып ала. 2010 йылда хәүеф төркөмөнән 800 мең кешене – балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен, мәктәп уҡыусыларын, студенттар, медицина хеҙмәткәрҙәрен, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен, 60 йәштән үткән ололарҙы вакцинациялау планлаштырыла.

Грипҡа ҡаршы миҙгел вакциналары составына Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән A/California/07/2009(H1N1), A/Perth/16/2009 (H3N2) һәм 20101-2011 йылдар миҙгеле өсөн актуаль булараҡ  В/Brisbane/60/2008 кеүек штаммдар индерелгән, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы.

Әлеге ваҡытта медиктар «Гриппол» һәм «Гриппол плюс» вакциналарының 600 мең самаһы дозаһын (пландан 73%) алған.  80 мең дозаны — балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре (йөҙ процент), 64 мең дозаны — мәктәп уҡыусылары (был пландың 1/5 өлөшө) һәм 440 мең дозаны ололар (йөҙ процент) аласаҡ.