9 декабрь, Йома

29 сентябрь 2010 йыл, 13:43

Ленин һәйкәлен Өфөгә ҡайтарыу 3 000 000 һумға төшәсәк

автор: Шамил Вәлиев, Марина Шумилова

Владимир Ленин һәйкәлен Өфөгә ҡайтарыуға һәм уны Коммунистик һәм Ленин урамдары сатындағы скверҙа урынлаштырыуға сығымдар өс миллион һумға төшөүе ихтимал, тип хәбәр итә КПРФ-тың Башрескомы беренсе секретары Рифғәт Гарданов. Донъя пролетариаты юлбашсыһы скульптураһы Өфө ҡала башҡарма комитеты заказы буйынса әҙерләгәндән һуң 23 йыл үткәс Санкт-Петербургтың «Ледяная планета» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте оҫтаханаларында табыла.

Рифғәт Гарданов хәбәр итеүенсә, ҡала властарының  Ленин скверындағы һәйкәлгә тарихи йөҙөн ҡайтарыу өсөн етерлек аҡсаһы табылмаһа, Башҡортостан коммунистары, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, талап ителгән өс миллионды үҙҙәре йыясаҡ.  

Был скульптура һәйкәл ансамблендәге иҫкергән юлбашсы фигураһын алмаштырырға тейеш була. Заказ Ленинградта 1987 йылда үтәлә, ләкин аҡсаһын түләмәү сәбәпле, Өфө властары ҡарамағына ҡайтарылмай.