10 декабрь, Шәмбе

29 сентябрь 2010 йыл, 12:24

Өфөләге Ленин һәйкәле Санкт-Петербургта табылды

автор: Шамил Вәлиев | фото: www.otdihinfo.ru сайтынан

Санкт-Петербургта, «Ледяная планета» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте оҫтаханалары территорияһында, Өфө ҡала башҡарма комитеты заказы буйынса әҙерләнгән Владимир Лениндың бетон скульптураһы табылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәтенән.  

Был скульптура Өфөнөң Ленин һәм Коммунистик урамдары сатындағы скверҙа урынлашҡан һәйкәл ансамблендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының беренсе Рәйесенең иҫкергән фигураһын алыштырырға тейеш ине. Заказ Ленинградта 1987 йылда үтәлә, ләкин аҡсаһын түләмәү сәбәпле Өфө властары ҡарамағына килеп етмәй. Хәҙер Ленин скверында был скульптура композицияһының Ер шарын кәүҙәләндереүсе монументтан һәм уның тирәләй сылбыр менән уратып алынған майҙансыҡтан торған бер өлөшө ҡалған.

Һәйкәл 1924 йылда, донъя пролетариаты юлбашсыһы вафат булған йылда, Өфө эшселәре йыйған аҡсаға ҡуйыла һәм илдәге тәүге Ленин һәйкәлдәренең береһе булып тора.