Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Тамға-2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» күргәҙмәһе асыла

Иҡтисад

Өфөлә бөгөн «Тамға-2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» XIII Төбәк-ара махсус күргәҙмәһе асыла. Тәүге тапҡыр ул Конгресс-холл бинаһында үтә һәм унда Башҡортостан ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 80-дән ашыу ойошма-экспонент ҡатнашасаҡ.  

Быйылғы күргәҙмә Республика йылына арналған. 1993 йылдан үткәрелеп килеүсе был билдәле форумды БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм Полиграфистарҙың төбәк-ара ассоциацияһы ярҙамында Башҡортостан Полиграфистар ассоциацияһы, Журналистар союзы, Күргәҙмәләр компанияһы ойоштора.

Фестиваль сиктәрендә «Төбәк журналистикаһын үҫтереү перспективалары» һәм «Йәш журналистар: ауырлыҡтар аша – йондоҙҙарға» тип аталған түңәрәк өҫтәлдәр, фотохәбәрселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар ойоштороласаҡ. Киң мәғлүмәт сараларында финанс-иҡтисади тематиканы иң яҡшы яҡтыртыуға иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

«Тамға-2010» күргәҙмәһе өс көн буйына –  1 октябргә тиклем барасаҡ һәм полиграфистар, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн мөһим ваҡиға булып торасаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть