Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Профсоюздар балаларҙың ялына йомғаҡ яһаясаҡ

Йәмғиәт

Бөгөн «Энергетик» балалар сәләмәтләндереү лагеры базаһында БР Профсоюздар федерацияһы Советының балаларҙың ялы мәсьәләләре буйынса даими комиссияһының киңәйтелгән ултырышында 2010 йылда балаларҙың йәйге ялына йомғаҡ яһала.  

БР Профсоюздар Федерацияһы рәйесе урынбаҫары Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, ултырыш эшендә республика тармаҡ профсоюз ойошмалары, тәүге профсоюз ойошмалары рәйестәре, эш биреүселәр, ҡаланан ситтәге лагерҙар директорҙары ҡатнаша. Ултырышҡа шулай уҡ БР Президенты Хакимиәте, БР Хөкүмәте, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре саҡырылған.  

Кәңәшмә барышында балалар сәләмәтләндереү лагерҙары һәм профсоюз ойошмалары араһында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса эште иң яҡшы ҡуйыуға конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть