6 декабрь, Шишәмбе

29 сентябрь 2010 йыл, 10:40

Волга буйы федераль округы закон сығарыусылары мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округындағы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкәләтле) органдары ассоциацияһы XXIV ултырышында Волга буйы федераль округы төбәктәрендә РФ Президентының РФ Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһен граждандар йәмғиәтен үҫтереү өлкәһендә тормошҡа ашырыуҙы закондар менән тәьмин итеүгә, граждандарҙы санаторий-курорт дауалауын закондар менән тәьмин итеүгә, Башҡортостан Республикаһы өлгөһөндә уның бөгөнгө хәле һәм үҫеш перспективаларына ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды; Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округына ингән субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкәләтле) органдарының “Полиция тураһында” Федераль закон проектына ҡарата тәҡдимдәре дөйөмләштерелде, йәштәр мөхитендәге экстремизмға ҡаршы тороу буйынса төбәк дәүләт власы органдарының һәм федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдарының хеҙмәттәшлеген камиллаштырыу һәм төбәк программаларын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләре тикшерелде. Һәр тема ҡыҫҡаса тикшерелде һәм һәр береһе буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Башҡортостанды санаторий-курорт дауалауы юғары үҫешкән республика тип атаны һәм, милләттең һаулығы шуға бәйләнгән, тип өҫтәне.

– «Полиция тураһында» закон проекты әлеге ваҡытта бөтә йәмғиәтебеҙ тарафынан тикшерелгән тема булып тора; тикшереү тамамлана, 30 меңдән ашыу төрлө тәҡдимдәр килде. РФ Президенты тәҡдиме менән был закон буйынса эксперт кәңәшмә үткәрелде, — тип хәбәр итте Григорий Рапота.

Йәштәр мөхитендә экстремизмға ҡаршы тороу – күп  ҡырлы процесс, тип иҫәпләй ул. Ләкин ахыр килеп барыһы ла йәштәрҙе тәрбиәләүгә килеп терәлә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, ултырыш аҙағында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, «Полиция тураһында» закон проектын тикшереү барышында, Волга буйы федераль округы субъектының эске эштәр органы башлығы кандидатураһын субъекттың закондар сығарыу органы менән яраштырырға кәрәк, тигән тәҡдимгә тыныс ҡарауы тураһында белдерҙе.  

Ул шулай уҡ республикала санаторий-курорт дауалауы менән хәлде өйрәнеүе хаҡында ла хәбәр итте. «Беҙҙә шифаханалар бик шәп, — тине республика башлығы. – Ләкин санаторий-курорт дауалауына хаҡтар сиктән тыш юғары». Ул дауалауҙы мөмкин тиклем арзаныраҡ яһау сараларын эшкәртергә тейешле белгестәр йәлеп итергә вәғәҙә итте.