9 декабрь, Йома

28 сентябрь 2010 йыл, 16:56

Башҡортостанда силос һалыу дауам итә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә.  БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил, Балаҡатай, Белорет, Иглин, Краснокама, Ҡалтасы, Мәләүез, Мәсетле, Хәйбулла һәм Шаран райондарында малсылыҡты бесән менән тулыһынса тәьмин иткәндәр.

Әлеге ваҡытта кукуруз һәм көнбағыштан тупаҫ һәм һутлы мал аҙығын һалыу алып барыла. Сенаж һәм силос әҙерләүҙә Асҡын, Дыуан,  Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы, Стәрлебаш, Тәтешле, Хәйбулла райондары алда бара.    

Бер шартлы мал башына иң күп мал аҙығын Борай, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы,  Хәйбулла, Краснокама райондары хеҙмәтсәндәре әҙерләгән. Ҡоролоҡ шарттарында аграрийҙар шифалы үләндәр ҙә йыйған. Саҡмағош районында — 8600 тонна үлән,  Стәрлетамаҡ районында – 7000 тонна,  Учалы районында – 4000, Федоровкала 3700 тонна үлән киптерелгән.

Иң күп эҫкерткә һалынған һалам Ауырғазы районында — 28700 тонна. Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ эшсәндәре мал аҙығы ихаталарына 27 мең тоннанан ашыу һалам ташыған.