8 декабрь, Кесе йома

28 сентябрь 2010 йыл, 16:54

Октябрҙә нисек ял итәбеҙ?

автор: Сергей Захаров

«Башҡортостан Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа даталар тураһында»ғы Законға ярашлы, 11 октябрь – Республика көнө — байрам көнө булып тора.

Быйыл ул дүшәмбегә тура килә. Йома, 8 октябрҙә, эш көнө оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 9, 10 һәм 11 октябрь ял көндәре булып тора, тип хәбәр итә БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына һылтанып.  

темалар: байрамдар