8 декабрь, Кесе йома

28 сентябрь 2010 йыл, 16:45

Өфө хакимиәтенең Муниципаль милеккә идара итеү комитеты 13 миллион һумдан ашыу аҡса эшләгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө хакимиәтенең Муниципаль милеккә идара итеү комитеты торлаҡ булмаған муниципаль фонд объекттарын ҡуртымға алыу килешеүҙәре төҙөү хоҡуғына аукцион үткәрҙе. Һөҙөмтәлә дөйөм майҙаны ике мең самаһы квадрат метрлыҡ ете лот һатылды. Күләме 13 миллион һумдан ашыу дөйөм суммаға йыллыҡ ҡуртым түләүҙәре менән аукцион үткән тип табылды.

Өфө хакимиәтенең Муниципаль милеккә идара итеү комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ете лот буйынса берҙән-бер ҡатнашыусыларға башланғыс хаҡ буйынса ҡуртымға алыу тураһында килешеү төҙөргә тәҡдим ителгән, өс лот буйынса сауҙа заявкалар булмағанға күрә үткәрелмәгән тип табылған.  

Киләһе аукционды 15 октябрҙә үткәреү планлаштырыла. Был көндә торлаҡ булмаған фонд объекттарын шәхси милеккә һатыу буйынса дүрт лот һатыуға сығарыласаҡ.  Улаҙың иң ҡиммәтлеһенең башланғыс хаҡы 39,5 миллион һумдан артып китә. Иң арзан объекттың башланғыс хаҡы 405 мең һумға тиң.